Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2017, 11:55

Башҡортостанда айыуҙар йәнә видеоға эләккән

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының ижади төркөмө Баймаҡ районынан айыуҙар төшөрөлгән уникаль кадрҙар алып ҡайтҡан. Видеояҙмала ике айыуҙың Талҡаҫ күленән алыҫ булмаған юл буйлап сабыуҙары күренә.
Ижади төркөм әйтеүенсә, йыртҡыстар ҡапыл килеп сыҡҡан, уларҙы камераға төшөрөргә бер нисә секунд ҡына ҡалған. «Мәҙәни миҙгел. Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының Баймаҡ районына арналған сираттағы сығарылышы «Россия1.Башҡортостан» телеканалында ошо арала эфирға сыға.
Читайте нас: