07:00 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Башҡортостан Башлығының телдәр тураһындағы ҡарары республиканың дәүләт телдәрендә ихтыяжлы әҙәбиәтте сығарыуға йоғонто яһаясаҡ – «Китап» нәшриәте директоры

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сығарған «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында»ғы ҡарарына аңлатма бирҙе. Республиканың төп дәүләт нәшриәт йорто директоры уның көнүҙәк һәм ваҡытлы булыуын билдәләй.
«Ҡарар китап нәшер итеү өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрендә ихтыяжлы, конкуренцияға һәләтле әҙәбиәтте артабан да сығарыуға, шулай уҡ бер үк ваҡытта нисә телдәге текстар менән сыҡҡан китаптарҙың һанын арттырырға тәьҫир итәсәк».
Уҡыусы аудиторияның әҙәбиәт менән тәьмин ителеше туған һәм башҡа телдәрҙе ирекле өйрәнеү, йәш быуында республикала йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү өсөн шарттар булдыра, тип иҫәпләй Илһам Йәндәүләтов.
«Китап нәшер итеүселәр өсөн Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика Башлығының гранттары буйынса төрлө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ҙур әһәмиәткә эйә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды нәшер итеүсе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика