02:56 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Республика халҡының Яңы йылда нисек ял итәсәге билдәле булды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәйҙәр ғинуарҙа - ун көн, өс тапҡыр өс көн һәм бер тапҡыр дүрт көн (8 мартҡа) ял итә аласаҡ.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Рәсәйҙә хәҙер 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар эшләмәгән байрам көндәре – яңы йыл каникулдары; 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы; 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө; 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө; 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9 май – Еңеү көнө; 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән һәм хәҙер хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан документҡа ярашлы, яңы йыл каникулдарында рәсәйҙәр ун көн – 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ял итәсәк, ә май айының тәүге аҙнаһында ике көн генә эшләйәсәк, кесе йома һәм йома – 3 һәм 4 май.
2018 йылда 6 һәм 8 ғинуар эшләмәгән көндәр - шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле ошондай ял һәм эш көндәре графигы билдәләнде. 2018 йылдың 6 ғинуарында байрам көнө йома, 9 мартҡа, ә 7 ғинуар – шаршамбы, 2 майға, күсерелә. Шәмбе, 28 апрелгә, тура килгән ял көнө дүшәмбегә, 30 апрелгә, күсерелә: был осраҡта шәмбе эш көнө була.
Шулай итеп, етәкселек менән 3 һәм 4 майға ял итеү тураһында килешә алғандар 9 апрелдән 7 майға ҡәҙәр ял итә аласаҡ. 9 май (шаршамбы) шулай уҡ эшләмәгән көн булып ҡала, шуға 3 һәм 4 майҙан тыш, ял көнөн йәки отпускты 7 һәм 8 майҙа алғанда 11 көнлөк оҙайлы каникулдарға эйә булырға мөмкин.
Ҙур булмаған өс көнлөк каникулдар рәсәйҙәрҙең шулай уҡ 23-25 февралдә, 10-12 июндә (шәмбе, 9 июнде эшләмәгән көн иттеләр, ә дүшәмбе, 11 июнь, – ял көнө) һәм 3-5 ноябрҙә була.
Бынан тыш, рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ял март айында көтә – 8-11 март.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика