03:50 (UTC+5), 19 Сентября 2017

Мобиль телефондар өсөн башҡорт теленең һүҙлеге – ул ни бары ваҡыт мәсьәләһе

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡорт теленең электрон һүҙлеге бөгөнгө көнгә Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының иң перспективалы эштәренең береһе булып тора. Ошо ғилми учреждениеның директор урынбаҫары Тимур Мөхтәров иҫәпләүенсә, Өфө ғалимдарының асышын мобиль телефондар өсөн «Башҡорт теленең һүҙлеге» ҡушымтаһын эшләү өсөн файҙаланырға мөмкин.
«Уны эшләү – ул ни бары ваҡыт мәсьәләһе генә. Беҙҙең үҙәктә башҡорт һүҙлегенең электрон базаһы булдырылған, уға 40 мең һүҙ инә. Был Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты коллективының интеллектуаль мөлкәте һәм әлегә башҡа бер ниндәй учреждениеның да бындай базаһы юҡ», — тип хәбәр итте Тимур Мөхтәров.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн ошондай программаны әҙерләргә теләгән энтузиастар байтаҡ, әммә уларҙың мәғлүмәттәр базаһы юҡ.
«Уларға уны бер кем дә бирмәйәсәк, сөнки уға авторлыҡ хоҡуғы бар. Ул ситтән генә еңел һәм ябай күренә. Әммә ысынында иһә проект рәсми рәүештә заказ алғанда ғына тормошҡа ашырыла ала. Шул саҡта авторлыҡ хоҡуғы менән дә мәсьәлә көйгә һалынасаҡ», — тип аңлатты ғилми үҙәк вәкиле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика