05:59 (UTC+5), 19 Сентябрь 2017

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Башҡортостан халҡын «Таҙа республика» экологик акцияһына саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемдәре «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе менән берлектә Сипайловола Ҡариҙел йылғаһы буйында экологик акция ойоштора. Өфөләрҙең яратҡан ял итеү биләмәһен таҙартыуҙа ҡаланың битараф булмаған кешеләре, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республиканың дәүләт Йыйылышы, ҡала советы депутаттары ҡатнаша.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республикалағы «Генераль йыйыштырыу» проекты координаторы Морат Шафиҡов әйтеүенсә, Ҡариҙел буйындағы өмә — 23 сентябрҙә Башҡортостандың күп кенә муниципаль берәмектәрендә үтәсәк «Таҙа республика» экологик акцияһының тәүге этабы ул.
«Таҙа республика» барышында ойошманың «Генераль йыйыштырыу» экологик проектының интерактив картаһында билдәләнгән законһыҙ сүплектәр юҡ ителәсәк, — тине Морат Шафиҡов. — Акцияның төп маҡсаты — төбәктәге экологик хәлде яҡшыртыу, халыҡтың тирә-яҡ мөхиттең торошо өсөн яуаплылығын арттырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын стихиялы сүплектәр проблемаларына йәлеп итеү һәм экомәҙәниәт тәрбиәләү. Граждандарҙың әүҙемлеге буйынса бөгөн бының төбәк өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрәбеҙ. Көн һайын беҙгә берлектәге акцияға ҡушылырға теләүселәрҙән ғаризалар килә. «Таҙа республика» төбәктең санитар торошона битараф булмаған һәм рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер кешеләрҙең һәммәһен дә берләштерер, тип ышанабыҙ».
Республикала йәшәүселәрҙең барыһын да «Таҙа республика» экологик акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.
20 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә М. Рыльский һәм Яр буйы урамдары киҫелешендә осрашабыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика