Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2017, 09:14

Башҡортостанда яңы мәсет асылды

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы районының Туҡай ауылында яңы мәсет асылды. Ауылдың 250 йылдан ашыу тарихында был дүртенсе мәсет – элеккеһе 1935-1937 йылдарҙа һүтелә. Мәсет 2014 йылдан Туҡай ауылы халҡының, ошо ауылдан сыҡҡан кешеләрҙең һәм бағыусыларҙың ярҙамы менән төҙөлә.
Дин йортон асыу тантанаһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов яңы мәсет Туҡай һәм эргәләге ауыл халҡының рухи үҫешенә; 132 меңдән ашыу төрлө милләт вәкиле дуҫлыҡта, татыулыҡта, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән Туймазы ерендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк тип билдәләп, ошо мәсетте һалыуға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдерҙе, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: