12:01 (UTC+5), 18 Сентября 2017

«Китап» нәшриәтендә яңы китаптар донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2017 йылда донъя күргән яңы китаптарҙы иғлан иттеләр. Улар иҫәбендә башҡорт һәм рус телдәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған бер нисә фәнни-популяр әҙәбиәт бар.
Яңы баҫмалар исемлегендә: «Народы Башкортостана в переписях населения» (авторҙар коллективы), «Башкирия в 1917 году. Сборник документов и материалов» (авторҙар коллективы), «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө» (электрон вариант), Йәдкәр Бәшировтың «Бөйөк Башҡорт иле» (электрон вариант), Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики» китабы.
Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинында табырға мөмкин.
Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған китап һәм полиграфия продукцияһын сығарыу 2018-2019 йылдарҙа ла дауам итәсәк, тип асыҡлыҡ индерҙеләр нәшриәттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика