04:50 (UTC+5), 18 Сентября 2017

Өфө халыҡ-ара марафонында хәйриә йүгеректәр ауырыу балаларға 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы

«Мәрхәмәт» хәйриә фонды
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йәкшәмбе, 17 сентябрҙә, Өфө халыҡ-ара марафоны сиктәрендә #ЙҮГЕРӘМ ЯРҘАМ ИТӘМ хәйриә акцияһында ауырыу балаларға 263 мең һум аҡса йыйылды. Акцияны башлап ебәреүсе – «Мәрхәмәт» хәйриә фонды.
Хәйриә йүгеректәр араһында күренекле кешеләр ҙә булды, улар дистанцияға билдәле бер балаға, фондты үҫтереү балалар үҙәге тәрбиәләнеүселәренә ярҙамға сыҡты. Мәҫәлән: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев балалар церебраль фалижы һәм диабет менән ауырыған 10 йәшлек Амалия Ғәйетова өсөн йүгерҙе. Тай боксы буйынса тренер Саша Брукс ҡот осҡос фажиғәлә ата-әсәһен юғалтҡан һәм арҡа һөйәге ныҡ имгәнгән Әминә Позолотина өсөн марафон аралығына сыҡты. Хәйриә йүгерек Алла Ишбулдина тәртибе боҙолған ете йәшлек Алмаз Мужайлоға ярҙам итер өсөн ғаиләһе менән йүгерҙе. #ЙҮГЕРӘМ ЯРҘАМ ИТӘМ акцияһын Башҡорт опера һәм балет театры солистары Любовь Буторина, Ян Лейше һәм Регина Звегинцева ла хуплап сыҡты. Улар балалар церебраль фалижы менән яфаланыусы ете йәшлек Артемий Комаров өсөн йүгерҙе. Ҡала Советы депутаты Иосиф Марач функциональ үҫеше боҙолған дүрт йәшлек Аяз һәм Нияз Ҡәйүмовтарға булышлыҡ итеү йәһәтенән марафонда ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика