04:18 (UTC+5), 18 Сентября 2017

Башҡортостанда ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир үтә

https://vk.com/mergenyk
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 30 сентябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышының баһадир яугирҙарына, «төньяҡ амурҙарға» арналған һәйкәл асыу һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 205 йыллығы хөрмәтенә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса турнир ойошторола. Сараны район хакимиәте, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың Патриотик тәрбиә биреү һәм саҡырыуға тиклемге йәштәрҙе әҙерләү үҙәге, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, «Мәргән уҡсы» атта сабып барған килеш уҡтан атыуҙы һәм ғәҙәти уҡтан атыуҙы үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма уҙғара.
Иртәнге сәғәт 11-ҙә «Төньяҡ амурҙарға» мемориалын тантаналы рәүештә асыу башлана, Күрпәс бей исемендәге бүләккә ғәҙәти уҡтан атыу буйынса бәйге көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә ҡәҙәр «Красноусол» шифаханаһында үтә.
Сара үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү; халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү; ғәҙәти уҡтан атыуҙы популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Ғаризалар 29 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Бәйгелә ҡатнашыу шарттарын «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Мәргән уҡсы» рәсми төркөмөндә асыҡларға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика