08:47 (UTC+5), 18 Сентябрь 2017

Баш ҡала моделе «Face of the Universe 2017» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында еңеү яуланы

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Face of the Universe 2017» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә Рәсәй исеменән сығыш яһаған 25 йәшлек модель Галина Лукина Өфөгә еңеүсе тажы менән ҡайтып килә. Был хаҡта «Мисс Башкортостана» модель агентлығының рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.
Галина Лукина «Экотуризм, сәнғәт һәм мәҙәниәт» категорияһында наградаға лайыҡ булды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, гүзәллек бәйгеһе 1 сентябрҙән Африканың Гана Республикаһында уҙҙы. Унда бөтә ҡитғаларҙан 60 ҡыҙ ҡатнашты.
Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Ул «Мисс Башкортостан – 2016» бәйгеһендә еңеүсе булған, донъя кимәлендәге гүзәллек конкурстарында төрлө исемдәр яулаған. Шулай уҡ Башҡортостан менән Көньяҡ Корея араһында тыныслыҡ илсеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика