12:52 (UTC+5), 15 Сентября 2017

Төбәктә 47 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәтендә республикала йәшәгән 47 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Тантананы премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәрҙе. Күп балалы әсәләрҙе ҡотлап, вице-премьер республика башлығына күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр ҡарауға индерелгәнен хәбәр итте. «Төбәк кимәлендә бүленгән дотацияларҙы һәм субсидияларҙы арттырырға тәҡдим иттек. Тиҙҙән финанс бүлеге документты ҡарар һәм ул раҫланыр, тип ышанам. Был балаларҙы тәрбиәләүҙә өҫтәмә буласаҡ. Беҙ һеҙгә бик рәхмәтлебеҙ», — тине Салауат Сәғитов.
Республикала «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып тапшырыла. Ошо ваҡыт эсендә уға ете меңдән ашыу гүзәл зат лайыҡ булды. Дәүләт наградаһы менән биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләр бүләкләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика