10:26 (UTC+5), 14 Сентябрь 2017

Төбәк журналистарын «Иғтибар үҙәгендә — балалыҡ» бөтә Рәсәй конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандағы республика һәм муниципаль гәзит, журнал, интернет-баҫма, теле- һәм радиокомпания журналистарын «Иғтибар үҙәгендә — балалыҡ» бөтә Рәсәй конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыралар.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға хәҙерге йәмғиәттә балалар һәм ғаилә проблемаларына, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм балалы ғаиләләргә мөнәсәбәт сағылдырылған мәҡәләләр һәм сюжеттар ҡабул ителә. Үҙ геройҙары миҫалында тормошта етем, үҙенсәлекле балаларҙың, закон боҙған үҫмерҙәрҙең күп булыуы тураһында еткерергә теләгән авторҙар эргәлә йәшәгән кешеләрҙең мөнәсәбәтен һәм вайымһыҙлығын үҙгәртә ала, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Быйыл конкурс өсөн өс төп номинация тәҡдим ителгән:
Балаға ярҙам итеү — ғаиләгә ярҙам итеү.
Үҙенсәлекле бала саҡ: эргәлә булыу
Хаталар өҫтөндә эш.
Шулай уҡ дүрт махсус номинация булдырылған.
Конкурс ике турҙа уҙғарыла. Төбәк этабында 2016 йылдың 1 октябренән 2017 йылдың 1 октябренә тиклем төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән материалдар ҡатнаша. Конкурсҡа шулай уҡ йәш журналистарҙың (13-17 йәшлек) киң мәғлүмәт сараларында баҫылған эштәре ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе Рәсәй субъекттарында төҙөлгән төбәк ойоштороу комитеттары билдәләй. Төбәк турҙарында еңеүселәр бәйгенең федераль турында ҡатнаша. Федераль киң мәғлүмәт саралары журналистары эштәрен конкурсты ойоштороусыларҙың электрон адресына kcj_fond@mail.ru ебәрә ала.
Материалдарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына (Киров урамы, 45, 420-се бүлмә) ебәрергә кәрәк. Ғаризалар тапшырыу ваҡыты — 2017 йылдың 1 октябренә тиклем. Бәйләнеш: zamanova.z@bashkortostan.ru, (347) 218-07-73.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика