10:43 (UTC+5), 14 Сентября 2017

Роспотребнадзор илдә Ҡытайҙан хәүефле вирустың таралыуы хаҡында хәбәр итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Роспотребнадзор Рәсәйҙә Ҡытайҙан һәм уның менән күрше төбәктәрҙән килгән ECHO30 вирусының таралыуы хаҡында хәбәр итә. РИА Новости белдереүенсә, ведомство инфекцияның таралыуын иҫкәртеүгә тулыһынса әҙер.
Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәте буйынса, Урал яғындағы биш төбәктә һәм Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндә ECHO30 энтеровирусының агрессив төрө табылған да инде. Быйыл көҙ илдә ауырыу тулҡыны көтөлә. Вирус һауа аша еңел йоға һәм бер көн эсендә менингит тыуҙыра, тип билдәләнә. Өҫтәүенә, белгестәр әйтеүенсә, рәсәйҙәрҙең күпселегендә уға ҡаршы иммунитет юҡ. Сир ваҡытында баш ауыртыуы, юғары температура, күңел болғаныуы һәм баш әйләнеүе күҙәтелә. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика