04:06 (UTC+5), 14 Сентября 2017

Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыу тантанаһы ғинуарға күсерелде

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһынан алынған һүрәт
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыу тантанаһы сентябрҙән 2018 йылдың ғинуарына күсерелде. Һәйкәл Европаны Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүселәргә бағышланған. Ҙур әһәмиәткә эйә скульптураны Нидерландты Наполеон баҫҡынсыларынан азат итеүҙең 200 йыллыҡ юбилей саралары барышында 11 сентябрҙә асыу ҡаралғайны. Ләкин датаны күсерергә тура килде, сөнки Рәсәй яғынан аҡса күсмәне, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
200 йыл самаһы элек генерал Бенкендорф етәкселегендә башҡорттар Наполеон илбаҫарҙарын ҡыуыу өсөн Амстердамға юллана. Голландтар әлеге көнгә тиклем ошо ярҙам өсөн рәхмәтле һәм азат итеүселәр иҫтәлегенә тап ошо ваҡиғалар урынында: Гердерланд провинцияһында Эйссел йылғаһы буйында монументаль композиция асырға ниәтләй. Мемориалда граф Бенкендорф һәм башҡорт һыбайлыһы төшөрөлгән. Скульптура өҫтөндә Германияла Чехов, Югославияла Пушкин, Черногорияла Высоцкий, Нидерландта бөйөк княгиня Анна Павловна һәйкәлдәре, Швейцарияла Суворов бюсы һәм башҡа бик күп проекттар авторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Александр Таратынов эшләй.
Был ваҡытта 30 сентябрҙә Ғафури районының Красноусол ауылында «төньяҡ амурҙары»на арналған скульптура комплексын асыу тантанаһы була. Комплекс асылғандан һуң бында уҡ атыусылар фестивале ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика