11:34 (UTC+5), 14 Сентябрь 2017

Баш ҡалала Өфө халыҡ-ара марафоны ойошторола

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йәкшәмбе, 17 сентябрҙә, йүгерергә яратыусылар өсөн иң мөһим ваҡиға — Өфө халыҡ-ара марафоны уҙа. Быйыл тәүге тапҡыр уның барышында #ЙҮГЕРӘМЯРҘАМИТӘМ хәйриә акцияһы ойошторола. Сараның инициаторы — «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды.
«Көнбайышта ҙур һәм билдәле марафондарҙа ҡатнашыу — бик популяр күренеш. Бер нисә йыл элек был хәрәкәт Рәсәйҙә лә киң таралды. Мәҫәлән, хәҙер Мәскәүҙә марафонда ҡатнашҡан һәр һигеҙенсе кеше ниндәйҙер хәйриә фонды файҙаһына йүгерә, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды президенты Айгөл Гәрәева. — Өфөлә танылған кешеләр «Мәрхәмәт» фонды тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итеү өсөн дистанцияға сыға. Маҡсатыбыҙ — 200 мең һум йыйыу».
Йүгереүселәр араһында профессиональ спортсылар ҙа, спорттан алыҫ торған кешеләр ҙа бар.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев 10 йәшлек Амалия Ғәйетова файҙаһына йүгерә. Ҡыҙыҡай церебраль фалиж, диабет менән сирләй. Үҙәккә алты йыл буйына йөрөй. Ул саҡта һөйләшмәгән, күҙгә ҡарамаған Амалияны коляскала килтергәндәр. Хәҙер бала үҙаллы йөрөй, телмәрҙе аңлай, мөмкин булғанса үҙ-үҙен ҡарай. Бер нисә һүҙҙе әйтә ала, бер нисә хәрефте һәм һанды белә. Бөтә өй эштәрендә ҡатнашырға тырыша һәм өләсәһенә ярҙам итә.
Фонд тәрбиәләнеүселәренә һәр кем ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн «Сделай!» бөтә Рәсәй сайтына инергә кәрәк.
Марафондың программаһында — 42,2 километрлыҡ, 21,1 саҡрымлыҡ, 10, 3 километрлыҡ дүрт дистанцияға йүгереү. Ярыштың маршруты ҡаланың тарихи урындарын һәм урамдарын үҙ эсенә ала. Финиш һыҙығы — «Динамо» стадионында. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың да медицина белешмәһе булырға тейеш.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика