Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2017, 14:27

Хәйбулла районында 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 сентябрҙән 18-нә тиклем республиканың Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш 5 класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы граждандарҙы янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Рәсәйҙә Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренең 218-се пунктына ярашлы, баҫыуҙарҙа кипкән үләнде үртәү, яланда йәки урманда усаҡ яғыу тыйыла. Әлеге талаптарҙы боҙоусыларға административ тәьҫир итеү сараларын ҡулланыу ҡаралған.
Хәүеф янағанда, янғын ваҡытында һәм ҡотҡарыу сараларын күреү кәрәклеге тураһында мөһим хәбәр еткереү өсөн ҡотҡарыусыларҙың һәм янғын һүндереүселәрҙең берҙәм номерына шылтыратырға кәрәк. Мобиль телефондан — 101, ҡаланыҡынан — 01.
Читайте нас: