07:04 (UTC+5), 13 Сентябрь 2017

Өфөлә «У истоков Башкирской республики» тигән китап донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллиндың «У истоков Башкирской республики» тигән китабы донъя күрҙе. Баҫма Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған. Китапта Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған 60 милли хәрәкәт эшмәкәренең һәм башҡорт милли ғәскәре сардарҙарының биографияһы тупланған.
Автор баҫманы 1917-1920 йылдарҙағы милли хәрәкәттә ҡатнашыусылар исемлеге, фотодокументтар, автономлы Башҡортостандың дәүләт һәм хәрби органдары тураһында мәғлүмәт менән тулыландырған.
Нәшриәттә «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 2017-2019 йылдарҙа «Китап» юбилейға арналған бик күп китап һәм полиграфия продукцияһын сығарырға ниәтләй.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика