09:31 (UTC+5), 12 Сентябрь 2017

Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» башланды

SuperPashkin
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 11 сентябрҙә Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» башланды. Ете көн буйына ирекмәндәр Башҡортостан географияһы, халҡы, мәҙәниәте, тарихы, иҡтисады, спорты хаҡында мәҡәләләр яҙыу һәм уларҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, шулай уҡ Викикеләткә фотоһүрәттәр ҡуя.
Тематик аҙналыҡтың беренсе көнөндә үк Рус Википедияһында 38 һүрәт урынлаштырылған, 20 мәҡәлә яҙылып, ике мәҡәлә тулыландырылған.
Мәҡәләләрҙең береһе — Белорет һыу һаҡлағысы тураһында. Авторы — SuperPashkin исеме аҫтындағы ҡулланыусы. Ирекмән Башҡортостандағы 1751 йылда төҙөлгән боронғо яһалма һыу ятҡылыҡтарының береһе хаҡында бәйән иткән һәм мәҡәләне үҙенең фотоһүрәте менән биҙәгән.
«Башҡортостан аҙналығы» «Европа төбәге аҙналығы» проектының бер өлөшө булып тора. Ай һайын бер төбәк һайлап алына, теләге булған ирекмәндәр иһә уның хаҡында мәҡәлә яҙа ала.
2017 йылдағы һигеҙ конкурс Ҡырымға, Свердловск өлкәһенә, Уэльсҡа, Донбассҡа, Нормандияға арналды. Хәҙер Башҡортостанға сират етте.
«Башҡортостан аҙналығы»нда ҡатнашыусылар бер үк ваҡытта үҙҙәренең мәҡәләләрен һәм һүрәттәрен «Башҡортостан 100» конкурсына теркәй ала. 1 сентябрҙә Википедияның башҡорт телендәге бүлегендә уның өсөнсө этабы башланды.
Википедияның азербайжан бүлегендә иһә 1 сентябрҙән 31-нә тиклем Башҡортостан һәм Татарстан айлығы бара.
Ике йыл элек, 2015 йылдың 3-16 сентябрендә, украиндар «Башҡортостан аҙналығы»н үткәргәйне, тип хәбәр итте Башҡорт Википедияһы ирекмәне Иҙел Ишембаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика