15:55 (UTC+5), 12 Сентябрь 2017

Октябрҙән республикала интернет аша табипҡа яҙылыу ҡағиҙәләре үҙгәрә

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ағымдағы йылдың 1 октябренән электрон регистратураның сайты аша табипҡа яҙылыр алдынан пациенттарға Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Башҡортостандың doctor.bashkortostan.ru Берҙәм медицина порталында Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында раҫланған иҫәп яҙмаһы булғандар ғына белгескә яҙыла ала. Уны gosuslugi.ru сайтында алырға мөмкин. Иҫке мәғлүмәттәр аҫтында авторизация үтеп булмай», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Яңы иҫәп яҙмаһы ярҙамында интернет аша табипҡа яҙылырға, шулай уҡ үҙеңдең электрон медицина картаһына рөхсәт алырға мөмкин.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса (09-383), поликлиника регистратураһында, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм мәғлүмәт киосктары аша яҙылыу дауам итә.
Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында граждандарҙы теркәү, иҫәп яҙмаларын раҫлау һәм уларҙы тергеҙеү өсөн Башҡортостанда 458 Хеҙмәтләндереү үҙәге булдырылған. Улар күп функциялы үҙәк филиалдарында, ҡала һәм район хакимиәттәрендә, шулай уҡ башҡа ойошмаларҙа эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика