07:54 (UTC+5), 11 Сентября 2017

Йыл башынан төбәктә алты үҫмергә ВИЧ диагнозы ҡуйылған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылдың башынан алып Башҡортостанда 15-17 йәшлек алты үҫмергә ВИЧ диагнозы ҡуйылған. ВИЧ менән зарарланыусыларҙың күбеһен 31-40 йәшлектәр тәшкил итә, уларҙың һаны – 925. Артабан 21-30 йәштәгеләр килә – 436 кеше; 41-50 йәшлектәр – 351 кеше; 51-60 йәштәгеләр – 139, 61 йәштән өлкәндәр – 28; 18-20 йәшлектәр – 20, 15 йәшкәсә балалар – 16 кеше.
Был аҙнала 57 кешелә ВИЧ раҫланған, шул иҫәптән Өфөлә – алты, Стәрлетамаҡта – ете, Октябрьскийҙа һәм Салауатта икешәр яңы осраҡ теркәлгән, ҡалғандары — республика райондарында; Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында — дүрт сирле.
2017 йылда республикала 1921 кешелә ВИЧ асыҡланған, шуларҙың 1200-ө – ир-егет (62,4 процент), 721-е – ҡатын-ҡыҙ (37, 5 процент). Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы учреждениеларында – 256 кеше.
ВИЧ-инфекциялы 356 йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Ауырыу әсәләрҙән 261 сабый тыуған.
Башҡортостан буйынса сир күрһәткесе 100 мең кешегә 47,2 тура килә. 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ауырыуҙың 6,08 процентҡа (50,2-нән 47,2-гә тиклем) кәмеүе теркәлә, тип хәбәр иттеләр республиканың СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика