12:08 (UTC+5), 11 Сентябрь 2017

Республика ғалимдары Донъя халыҡтары эпостары фестивалендә ҡатнашты

Розалиә Солтангәрәева
Розалиә Солтангәрәева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә IV Бөтә донъя халыҡтары эпостары фестивале барышында бөйөк сәсән Сагымбай Орозбаковтың тыуыуына 150 йыл тулыуға бағышланған «Эпос ғилеменең хәҙерге проблемалары һәм саҡырыуҙары» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли симпозиум булды. Симпозиумды ойоштороусылар булып Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте, Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығы сығыш яһаны. Форумдың эшендә Алтай, Башҡортостан, Саха (Яҡут), Ҡалмыҡстан, Мәскәү, Новосибирскиҙан билдәле фольклорсылар, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, АҠШ, Төркиә илдәренән ғалимдар ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре, фольклорсы ғалимдар: филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева, филология фәндәре кандидаты, фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, ошо уҡ бүлектең өлкән ғилми хеҙмәткәре Гөлнар Юлдыбаева ҡатнашып, башҡорт эпос ғилеменең, сәсәндәр традицияһының үҙенсәлектәре һәм эпик әҫәрҙәрҙең хәҙерге торошоноң мөһим мәсьәләләре буйынса докладтар менән сығыш яһаны. Монголия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡалмыҡстан, Алтай, Яҡутстандан килгән сәсәндәрҙең ҙур концертында танылған башҡорт сәсәниәһе Розалиә Солтангәрәева сығыш яһаны. Ул «Урал батыр» эпосынан өҙөк башҡарҙы.
Симпозиумда ҡатнашыусылар ҡабул иткән Декларация проектында эпос ғилеме буйынса Халыҡ-ара координация советын һәм Халыҡ-ара фәнни-тикшеренеү үҙәген булдырыу тәҡдим ителә. Сарала халыҡ эпостарын өйрәнеү, сәсәндәр традицияһын әүҙемләштереү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды, тип хәбәр итте Розалиә Солтангәрәева.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика