10:11 (UTC+5), 11 Сентябрь 2017

Ҡасан Өфөлә йылы бирерҙәр?

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфө хакимиәтендә йорттарға ҡасан йылы биреүҙәре хаҡында һөйләнеләр. Бөтә ҡағиҙәләргә ярашлы, әгәр биш көн буйына уртаса тәүлек температураһы 8 градустан артмаһа, өйҙәр йылытыла башлай. Социаль объекттарҙа — балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, поликлиникаларҙа һәм башҡаларҙа — йылы етәкселәрҙең ғаризаһы буйынса бирелә.
Башгидромет фаразы буйынса, шаршамбынан республикала көндәр йылына — 13 сентябрҙә көндөҙ 17-22 градус булыуы көтөлә.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йылыны биреү-бирмәүҙе үҙҙәре хәл итә ала. Бының өсөн дөйөм йыйылыш үткәреп, йыйылыштың протоколын һәм ғаризаны идара итеүсе компанияға тапшырырға кәрәк. Был осраҡта, техник мөмкинлек булғанда, йылы бирелә. Йылытыу миҙгеле оҙайлыраҡ булғанлыҡтан, түләү ҙә арта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика