05:19 (UTC+5), 08 Сентября 2017

Өфө ҡыҙы «Face of the Universe – 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнән 25 йәшлек Галина Лукина «Face of the Universe – 2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһай. Сара 1-20 сентябрҙә Африкалағы Ганала уҙа. Унда донъяның бөтә ҡитғаларынан 60 ҡыҙ ҡатнаша.
Ҡатнашыусыларҙы фотосессиялар, мода күрһәтеүҙәр һәм экскурсиялар көтә.
Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Ул «Мисс Башкортостан – 2016» бәйгеһендә еңеүсе булған, донъя кимәлендәге гүзәллек конкурстарында төрлө исемдәр яулаған. Шулай уҡ Башҡортостан менән Көньяҡ Корея араһында тыныслыҡ илсеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика