12:23 (UTC+5), 07 Сентября 2017

Башҡортостанда ARTE француз-немец телеканалы бал һәм солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрә

Александра Дальсбек
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандағы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына республикала һаҡланып ҡалған үҙенсәлекле кәсеп — солоҡсолоҡ хаҡында фильм төшөрөү өсөн ARTE француз-немец телеканалының ижади төркөмө килде. UFA.AIF.RU ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косаревҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, канал бал тураһында төрлө илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә төшөрөлгән 16 фильм сығарырға йыйына. Фильмда ҡурсаулыҡтағы тоҡомдан килгән умартасыларҙы, атап әйткәндә, солоҡсо Сабит Ғәлинды күрергә мөмкин. Уның нисек йәшәүен, эшләүен һәм ҡырағай бал йыйыуын төшөрөргә ниәтләйҙәр. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре төбәктә солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу, Бөрйән бал ҡортоноң үҙенсәлектәре һәм уның ҡушылыу проблемалары хаҡында һөйләйәсәк.
Проекттың продюсеры Александра Дальсбек һүҙҙәренсә, фильмды махсус рәүештә Европа тамашасыһына билдәһеҙ булған урында төшөрәләр. «Беҙгә урындағы умартасының күңел торошон аңлау, уның нисек йәшәүен, ни өсөн ошо һөнәр менән шөғөлләнеүен күрһәтеү мөһим», — тип билдәләне ул.
ARTE каналы тамашасылары башҡорт балы хаҡында 26 минутлыҡ документаль фильмды 2018 йылдың башында ҡарай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика