12:31 (UTC+5), 06 Сентября 2017

Башҡортостанда тағы ике поликлиникала «яғымлы регистратуралар» эшләй башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Белорет поликлиникаларында бер юлы ике «яғымлы регистратура» барлыҡҡа килде. Шуларҙың берәүһендә — балаларҙыҡы — регистратура тәҙрәләре янында сираттың булмауы, ҡабул итеүҙе көткән саҡта уңайлы шарттар, пациенттарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы мөнәсәбәт шунда уҡ күҙгә ташлана.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының балалыҡ буйынса баш табип урынбаҫары Миләүшә Шакирова билдәләүенсә, поликлиника сменаһына 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Дауалау учреждениеһы 17 меңгә яҡын баланы хеҙмәтләндерә. Бында 60 самаһы медицина хеҙмәткәре эшләй.
«Төп бурыстар — регистратураның яңы моделен булдырыу, регистратураға һәм табип бүлмәләренә сиратты бөтөрөү, шулай уҡ сирлеләрҙе хеҙмәтләндергәндә уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙың барыһына ла өлгәшелгән, — ти Миләүшә Шакирова. — Иң мөһиме — пациентҡа ҡабул итеүгә талон йәки карточка алыу өсөн регистратура тәҙрәһендә сиратта торорға, теркәүсенең яуабын көтөргә кәрәкмәй. Хәҙер уны поликлиникала ҡыҙыҡһындырған һорауына яуап табырға ярҙам итергә әҙер яғымлы администратор ҡаршы ала».
Белореттағы балалар поликлиникаһында тиҙ генә уңайлы ваҡытта ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкинлек биргән мәғлүмәт терминалдары ҡуйылған. Шунда уҡ ҡабул итеү ваҡыты, табиптың фамилияһы һәм бүлмәнең номеры күрһәтелгән талон алырға була.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов һүҙҙәренсә, үҙәк район дауаханаһы балалар хеҙмәтен, бала табыу йортон, психоневрология диспансерын, 585 койкалыҡ стационарҙы, дүрт участка дауаханаһын, һигеҙ амбулаторияны һәм 42 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә. Уларҙа 268 табип эшләй.
Кадрҙар тураһында һөйләгәндә, баш табип Белореттағы дауалау учреждениеларына тар белгестәр, педиатрҙар кәрәклеген билдәләне.
«Яғымлы регистратура» булған икенсе поликлиника стоматологияла эшләй башланы. Бында ла яңы регистратура, ул тәү сиратта һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн бик уңайлы. Поликлиникала ҡала һәм район халҡына тулы стоматология ярҙамы күрһәтелә. 24 табип һәм сменаһына 310 кеше, ысынында иһә күберәк кеше хеҙмәтләндерелә.
Поликлиника мөдире Әмир Һағынбаев билдәләүенсә, кадрҙар менән тәьмин ителеш әлегә 50 процент тәшкил итә. Хәйер, быйыл ике яңы белгес килгән, тағы ла бишәүһе менән һөйләшеп килешелгән. Кадрҙарҙы йәлеп итеү өсөн ҡалала һәм районда ҙур эш алып барыла: табиптарға эш урынынан торлаҡ бүленә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы медиктарына 16 фатир бирелгән. Поликлиникала балалар стоматологтары етешмәй. Улар 10-12 пациент урынына 20-25 баланы ҡабул итә, был мәсьәлә башҡа райондар өсөн дә бик актуаль.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика