12:02 (UTC+5), 05 Сентября 2017

Төбәктә БДИ-ның сентябрҙәге өҫтәмә этабына 80-гә яҡын кеше ғариза биргән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 5 сентябрҙә, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең өҫтәмә этабы башланды. Уға 80-гә яҡын кеше ғариза яҙған, ләкин уларҙың нисәүһе тапшырасағы имтихандан һуң ғына билдәле буласаҡ.
Мәҫәлән, бөгөн рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханына ғариза биргән биш ҡатнашыусының өсәүһе генә килде. Йома, 8 сентябрҙә, 75 самаһы мәктәп тамамлаусы математика буйынса база кимәлендәге һынау тоторға теләк белдергән. Шәмбе, 16 сентябрь – ике фән буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу көнө, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.
Ошо ике предмет буйынса имтихандар Өфөләге Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҙғарыла. Был көндәрҙә берҙәм дәүләт имтиханын төп этапта эштәрҙе башҡарып сыға алмаған уҡыусылар тапшыра ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика