05:31 (UTC+5), 05 Сентября 2017

Республиканың баш ҡалаһында аномаль ҡойма ямғырҙарҙың эҙемтәләре бөтөрөлдө - мэрия

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 5 сентябргә ҡарай төндә ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда 4 сентябрҙә көндөң икенсе яртыһында Өфөлә яуып үткән аномаль ҡойма ямғырҙарҙың эҙемтәләрен бөтөрҙө, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике сәғәт эсендә Өфөлә 115 миллиметр ямғыр яуған, был сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн хас бер айлыҡ норманан ике тапҡырға күберәк. Айырыуса Киров, Совет, Октябрьский, Ленин райондары зыян күргән. Дим биҫтәһендә һәм Өфөнөң төньяҡ райондарында йәшәүселәр өсөн иһә ҡойма ямғырҙарҙың эҙемтәләре бик үк һиҙелмәне.
Коммуналь хеҙмәттәрҙең тиҙ һәм ойошҡанлы эшләүе арҡаһында бер сәғәт эсендә Өфөнөң төп магистралдәренән, сәғәт ярымда башҡа урамдарҙан һыу ағып бөттө. Ҡаланың торлаҡ ойошмалары ла йорт яны биләмәләренән ямғыр һыуҙарын ағыҙыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Баш ҡаланың ҡайһы бер райондарында һыуҙы һурҙырыу талап ителде.
Ҡала урамдарында ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү менән 1500 коммуналь хеҙмәт эшселәре һәм 300 берәмектән ашыу махсус техника шөғөлләнде. Төп көс юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙартыуға йүнәлтелде.
Өфөнөң «Ҡотҡарыу хеҙмәте 112» мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә ҡойма ямғыр башланғандан алып өфөләрҙән 200-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Уҙған тәүлектә бер ағас ҡолау осрағы теркәлгән, шулай уҡ халыҡтың мөрәжәғәттәре ҡоймаларҙың емерелеүенә, көслө ямғыр һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе һыу баҫыуға ҡағылған. Бөтә ғаризалар ҙа тейешле хеҙмәттәргә тапшырылған, уларҙың үтәлеше контролгә алынған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика