07:19 (UTC+5), 04 Сентября 2017

Бер тәүлек эсендә республикала ике урман янғыны сығанағы теркәлгән — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бер тәүлек эсендә Башҡортостанда 0,8 гектар майҙанда ике тәбиғәт янғыны сығанағы теркәлгән, тип хәбәр итә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Ут Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында сыҡҡан.
Тәүге осраҡ Ейәнсура урмансылығында булған: Байыш участка урмансылығы, 130-сы квартал, 6-сы бүлем. 0,4 гектар майҙанда ут һүндерелгән.
Тағы бер янғын Кананикольский урмансылығында теркәлгән: Кесе Эйек участка урмансылығы, 20-се квартал, 60-сы, 43-сө бүлем. 0,4 гектар ерҙә янғын һүндерелгән.
Быйыл янғынға бәйле хәүефле осор башланғандан бирле республика биләмәһендә дөйөм 350, 42 гектарҙа (үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда — 665, 76 гектар, 315, 34 гектарға кәмегән) 36 урман янғыны сыҡҡан (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда — 155 осраҡ, 119-ға кәмегән).
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдың 25 авгусындағы 809-сы бойороғо менән 2017 йылдың 25 авгусынан республика биләмәһендәге урман фондында махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы режим индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика