07:47 (UTC+5), 04 Сентябрь 2017

Башҡортостан умартасылары сираттағы «Бал ҡорто туйы»на йыйыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 9 сентябрҙә Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында умартасылар байрамы – «Бал ҡорто туйы» уҙғарыла. Ошо хаҡта Бәләбәй районы хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
Байрам ҡунаҡтарына бал һәм башҡа умартасылыҡ продукцияһын тәмләп ҡарау, умартасылыҡ инвентарын, сувенир продукцияһын һатып алыу, Рәсәйҙәге алдынғы умартасылар менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бирелә.
Был көндә «Бәләбәй – Мәтәүбаш» махсус автобус маршруты ойошторола. Бәләбәйҙәге Пионерҙар майҙанынан иртәнге сәғәт 10-да, кире йүнәлештә иһә көндөҙгө сәғәт 2-лә ҡуҙғала. Байрам сәғәт 11-ҙә башлана.
Белешмә. 2013 йылда Башҡортостан умартасылары «Бал ҡорто туйы» байрамын ойошторҙо. 2014 йылдан байрамды ойоштороуға Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылы биләмәһе лә ҡушылды.
Йыл һайын үткәрелгән «Бал ҡорто туйы» – Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Унда бик күп ҡыҙыҡлы саралар, бал йәрминкәһе, концерт программаһы һәм тәмле бал конкурсы ҡаралған. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика