08:29 (UTC+5), 31 Августа 2017

Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк

Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге урам барлыҡҡа киләсәк. 30 августа Мәскәү Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Урам баш ҡаланың Көньяҡ административ округында Зябликов биҫтәһендә, Шипиловская урамы һәм Орехов бульвары араһында урынлашҡан, оҙонлоғо 950 метр. Комиссия А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың үтенесен ҡараны.
Был бик мөһим ваҡиға, айырыуса 2019 йылда билдәләнәсәк Мостай Кәримдең һәм Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан, тип билдәләнеләр Мостай Кәрим исемендәге фондта. Мостай Кәримдең биографияһы Мәскәү менән айырылғыһыҙ бәйле. СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Яҙыусылар союзында эшләп, ул баш ҡалала оҙаҡ ваҡыт йәшәне һәм ошо ҡаланы бик яратты.
Мостай Кәрим исемендәге урамда өс белем биреү учреждениеһы – 945-се һәм 871-се мәктәп, 1569-сы гимназияның өсөнсө уҡыу корпусы, 214-се поликлиника һәм күп фатирлы йорттар урынлашҡан. Яҡында ғына Муса Жәлил исемендәге урам һәм Мәскәү Метрополитенының Люблинск-Дмитровск линияһындағы Шипиловская станцияһы урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика