10:11 (UTC+5), 31 Августа 2017

Өфөлә уҡыусы йәштәр өсөн «Һаумы, студент!» байрамы уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Йома, 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында ҡала йәштәре өсөн асыҡ һауала «Һаумы, студент!» байрамы үткәрелә.
Өфө хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был — баш ҡалалағы ҙур байрамдарҙың береһе. Йыл һайын унда республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарынан 10 меңдән ашыу студент ҡатнаша. Байрам программаһында алып барыусылар Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделмәновтан шоу, уйындар һәм конкурстар, этнотөркөмдәр һәм төрлө уҡыу йортттары студенттары араһында квест, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән саралар ҡаралған.
Байрамдың идеяһы — йәмәғәтселектең республика халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға иғтибарын йүнәлтеү, йәштәр араһында толерантлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу.
Киске сәғәт 5-тә башлана.
Сараны ойоштороусылар — «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы, «Юлдаш» радиоһы, Өфө һәм Киров районы хакимиәттәре, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Ректорҙар советы, Бөтә Рәсәй Милләт-ара йәштәре союзы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика