13:31 (UTC+5), 31 Августа 2017

Биш йыл эсендә республикала 100 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Һуңғы биш йылда Башҡортостандың ҡала һәм райондарында 100 яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һалынған. Әүҙем рәүештә социаль инфраструктураны төҙөү республикаға балалар баҡсаларында 15,5 мең өҫтәмә урын һәм 2016 йылда өстән ете йәшкәсә балалар өсөн баҡсаларға сираттарҙы тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе.
Был йәһәттән 2012, 2013 һәм 2014 йылдарҙы иң әүҙем тип атарға мөмкин. Ошо осорҙа ғына Башҡортостанда 77 балалар учреждениеһы сафҡа индерелде.
Дөйөм белем биреү объекттары төҙөлөшөнә килгәндә, бында һөҙөмтәләр шундай: 2012-2017 йылдарҙа бөтәһе 30 мәктәп төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Уларҙың дөйөм ҡеүәте республикала уҡыусы урындары һанын 11 меңдән ашыуға арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә 2012, 2016 һәм 2017 йылдар иң һөҙөмтәле булды. Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда ниндәй яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асылыуы хаҡында «Лонгридтар» бүлегендә уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика