12:13 (UTC+5), 31 Августа 2017

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса махсус программа әҙерләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу буйынса махсус программа әҙерләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов белдерҙе.
«Башҡорт теле тирәләй ҡуйырған әлеге ваҡиғалар барышында беҙ уны һаҡлап ҡалыу буйынса яңы алымдар эҙләйбеҙ. Махсус программа әҙерләйбеҙ, унда башҡорт теленең халыҡ-ара мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙағы әһәмиәте ҡыҙыл еп булып үтә. Был башҡорт теле өйҙә аралашыу теле генә булып ҡалмаһын, ә донъялағы төрки телле халыҡтар араһында аралашыу теле булһын өсөн эшләнелә», — тип билдәләне әңгәмәсе.
Әмир Ишемғолов 2018 йылда «Халыҡ-ара мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙа башҡорт теленең әһәмиәте» тигән темаға форум үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында хәбәр итте.
«Бөгөн ни өсөн беҙгә башҡорт телен өйрәнергә кәрәк тигән һорауға яуап табырға тейешбеҙ һәм быны халыҡҡа еткереү зарур. Беҙ башҡорт ҡына түгел, ә күп милләтле Башҡортостандағы бөтә халыҡтарҙың ғаиләләрендә ата-әсәләр менән эш алып барырға ниәтләйбеҙ. Әгәр башҡа халыҡтар башҡорт телен белһә, уларҙың милләт-ара аралашыуы өсөн яңы мөмкинлектәре асыла, — тип иҫәпләй спикер. — Яңыраҡ йәштәребеҙ Ҡаҙағстанда уҙған шаяндар һәм тапҡырҙар клубынан ҡайтты — ҡаҙаҡ телендә сығыш яһаған башҡорт командаһы икенсе урынды яуланы. Башҡорт телендә төрки телле халыҡтарҙың шаяндар һәм тапҡырҙар клубын үткәреү теләге бар».
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе башҡорт телендә яңы радио һәм телевизион тапшырыуҙар әҙерләү өҫтөндә эшләргә, уҡыусылар, ата-әсәләр менән эште көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләй. Был мәсьәләләрҙә ғаилә телде һаҡлаусы усаҡ булараҡ төп ролде уйнарға тейеш: «Бөгөн ата-әсәләргә өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиәте йәһәтенән улар менән эш алып барыу зарур».
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән методик үҙәк, база булараҡ сығыш яһарға тейеш, ти Әмир Ишемғолов. Бының өсөн ғалимдар, философтар, филологтар бар. Улар ҙа эшкә ҡушылыр.
«Башҡортостан Республикаһында бөтә шарттар етерлек. Республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов үҙенең бөтә сығыштарында бөгөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр: түңәрәктәр, кластан тыш эш алымдары, электрон системалар аша уҡытыу бар, ти. Иң мөһиме, республика етәкселеге аңлай һәм ярҙам итә», — тип йомғаҡ яһаны әңгәмәсе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика