19:35 (UTC+5), 31 Августа 2017

Ғалимдар 2030 йылға Башҡортостанда халыҡ иҫәбенең нисек үҙгәреүен һөйләне

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше капиталын өйрәнеү үҙәге ғалимдары республикала 2030 йылғаса демографик хәлгә фараздар төҙөнө. Дөрөҫөрәге, хатта ошо фараздың дүрт төрө – түбән (йәки пессимистик), уртаса (ысын булырҙай), юғары (оптимистик) һәм базалы (иннерциялы, унда бөтә тыуым, үлем, миграция күрһәткестәре бөтә фараз осоронда үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ).
Иң насар осраҡта, 13 йылдан төбәктә 3,78 миллион кеше ҡаласаҡ, иң яҡшы осраҡта – 3,97 миллион. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер Башҡортостан Республикаһында 4,07 миллион кеше йәшәй.
Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Нәйлә Шәмсетдинованың һүҙҙәренсә, ваҡиғаның нисек кенә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, демографик трендтар (Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн) һаҡланасаҡ: тыуым һанының кәмеүе, халыҡтың ҡартайыуы, эшкә һәләтле кешеләрҙең кәмеүе һәм һөҙөмтәлә эшкә һәләтле халыҡҡа демографик йөкләнештең (балаларҙың һәм пенсионерҙарҙың һаны) артыуы.
Халыҡтың иҫәбе нимәгә бәйле, ни өсөн Башҡортостан халҡы китә һәм үлә һәм ғаилә министрлығы нимәгә кәрәк – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика