10:42 (UTC+5), 30 Августа 2017

Төбәктә эш биреүселәр хеҙмәтте һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларына 278 миллион һум аҡса аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 2017 йылда Башҡортостанда хеҙмәтте һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларына 278 миллион һум йүнәлтелә. Производствола йәрәхәт алыуҙы һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау сиктәрендә Рәсәй Социаль страховкалау фондының төбәк идаралығы бүлгән аҡсаны 2,5 меңдән ашыу эш биреүсе ала.
Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фондында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостандың эш биреүселәре аҡсаның күпселек өлөшөн — 87,5 миллион һумдан ашыуын зарарлы шарттарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана-курорт дауалауына йүнәлтә. Тағы ла 76 миллион һумы — шәхси һаҡланыу сараларын һатып алыу, 68 миллион һумы мотлаҡ медицина тикшереүҙәрен үткәреү өсөн файҙаланыла. Хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға яҡынса 20 миллион һум йүнәлтелә.
2010 йылдан фондтың төбәк бүлексәһе бүлгән аҡсаның суммаһы һәм финанслауҙы һорап мөрәжәғәт иткән эш биреүселәрҙең һаны 2,5 тапҡырға артҡан.
Уртаса алғанда, бер йыл эсендә республикала производствола меңдән ашыу бәхетһеҙ осраҡ теркәлә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика