Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2017, 13:08
Росреестрҙың Башҡортостан буйынса филиалында «ышаныс телефоны» эшләй башланы
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Росреестр федераль кадастр палатаһы»ның Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалында коррупцияға ҡаршы эш итеү, ведомство хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегендә ришүәтселек күренештәре ихтималлығына тиҙ арала иғтибар итеү мәсьәләләре буйынса «ышаныс телефоны» эшләй башланы.
Теләгән ваҡытта түбәндәге номерҙар буйынса шылтыратырға мөмкин:
+7 (347) 292-66-07
+7 (495) 982-79-79 доб. 6070
+7 (495) 917-38-25.
«Ышаныс телефоны» аша хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эшендә мәнфәғәттәр конфликты һәм коррупция күренештәре факттары, уларҙың Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте билдәләгән тыйыуҙарҙы һәм сикләүҙәрҙе үтәмәүҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡабул ителә һәм ҡарала», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Теги:
росреестр
коррупцияға ҡаршы көрәш
Читайте нас: