Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2017, 11:34

Өфөлә Белем көнөндә уҡыусылар һәм студенттар өсөн «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркына инеү бушлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 сентябрҙә Өфөләге ВДНХ күргәҙмә комплексында «Рәсәй – Минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркы яңы уҡыу миҙгелен аса. Был көндө уҡыусылар һәм студенттар иртәнге сәғәт 12-нән киске 6-ға тиклем уның экспозицияһы менән бөтөнләй бушлай таныша ала. Ингән саҡта студенттарға студент таныҡлығын йәки паспортты (23 йәшкәсә) күрһәтергә кәрәк. Уҡыусылар күргәҙмәгә сикләүҙәрһеҙ үтә, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгендә.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы + 7 347 286 60 66; +7 347 287 29 53 телефондары буйынса асыҡларға мөмкин. Электрон почта: [email protected].
Белешмә. «Рәсәй – Минең тарихым» тарихи паркы – Рәсәйҙең боронғо замандан алып бөтә тарихы күрһәтелгән донъялағы берҙән-бер мультимедиалы комплексы. Заманса технологиялар ярҙамында илдең 1000 йылдан ашыуыраҡ тарихы панорамалы һынландырылған. Экспозицияға 900 берәмек мультимедиалы техника инә. Асылында иһә, был үҙенең асыҡлығы һәм мауыҡтырғыс булыуы менән мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың күңеленә хас килгән «тере» Рәсәй тарихы дәреслеге. Экспозициялағы материалдар Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан кәңәш ителгән һәм 7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: