06:54 (UTC+5), 30 Августа 2017

Башҡортостанда Ҡорбан байрамына арналған саралар иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡорбан байрамына арналған байрам саралары 1 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Республиканың һәр тораҡ пунктында тиерлек ҡорбан килтереү йолаһы башҡарыла. Төбәктә мәсеттәр эргәһендә лә урындар билдәләнгән, әммә барыһында ла түгел. Өфөлә «Ләлә-Тюльпан» (Комаров урамы, 5), «Ихлас» (Сочи, 43), «Ғофран» (Алтай, 19) мәсеттәрендә, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй Ислам Университеты биләмәһендә (Чернышевский урамы, 5), «Мәҙинә» мәсете (Фронт бригадалары урамы, 10), Шакша биҫтәһендәге мәсет (Гвардия, 54а), «Асия» мәсете (Сосновская, 1/1) янында ҡорбан салыу ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдындағы майҙанда Ҡорбан Хәләл FEST ойошторола. Был проекттың маҡсаты — рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, йәмғиәттә экстремизмды иҫкәртеү, халыҡтар араһында туғандарса мөнәсәбәттәрҙе берләштереү.
Сараның программаһы бай булмаҡсы: милли спорт уйындары, асыҡ һауала волейбол, регби, арм-реслинг, шахмат, пейнтбол, арҡан тартыу, балалар анимацияһы, төрлө конкурстар һәм уйындар, байрам концерты һәм бүләктәр уйнатыу.
Шулай уҡ байрамда көнсығыш йәрминкәһе һәм фудкорт эшләйәсәк, унда былау таратыу ҡаралған. Ҡорбан байрамына бағышланған сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың «Ферзь эшлекле клубы» социаль әһәмиәтле проекттарҙы үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика