05:33 (UTC+5), 30 Августа 2017

Башҡортостанда 1 сентябрь: Яңы уҡыу йылында ниндәй мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асыласаҡ

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда бер юлы өс яңы дөйөм белем биреү мәктәбе һәм алты балалар баҡсаһы асыласаҡ. Ошо объекттарҙы бер юлы файҙаланыуға тапшырыу республикаға өҫтәмә 2,5 меңдән ашыу уҡыу урыны һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында меңләгән урын булдырырға ярҙам итәсәк.
Өфөлә 1 сентябрҙә уҡыусылар өсөн тәүгә ике заманса дөйөм белем биреү мәктәбе ишектәрен асасаҡ. Ул – Дим районында 850 урынлыҡ 161-се лицей һәм «Колгуев» биҫтәһендә 550 урынлыҡ мәктәп. Республикала төҙөлгән иң ҙур мәғариф объекты – Нуғай ауылында 1250 урынлыҡ мәктәп – йыл аҙағына яҡыныраҡ уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Хәҙер унда төҙөкләндереү буйынса эштәр бара һәм инженер коммуникацияларын төҙөү тамамлана.
Яңы балалар баҡсалары Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Яңауыл, Тәтешле һәм Учалы райондарында асыласаҡ. Уларҙы төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә алып барылды һәм бер нисә муниципалитеттың мәктәпкәсә учреждениеларында сиратты тулыһынса бөтөрөргә ярҙам итте. Тулыраҡ «Лонгридтар» бүлегендә уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика