12:40 (UTC+5), 30 Август 2017

Башҡортостан йәмәғәтселәре дәүләт телдәре тураһында республика законын ҡабул итергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе

Ғәлиә Нәбиева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетының тамашалар залында, башҡорт дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороу мәсьәләләре буйынса «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге» төбәк башҡорт йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте.
Төп доклад менән ойошманың етәксеһе Рәйсә Күзбәкова сығыш яһаны. Ул башҡорт теленең, Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, дәүләт теле булыуын һәм мәктәптәрҙә уҡыу пландарын төҙөгәндә тәү сиратта ошонан сығып эш итергә кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Сығыш яһаусы ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теле сәғәттәренең кәмеүенә борсолоу белдерҙе. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү аҙнаһына бер генә сәғәткә ҡалдырылған. Рәйсә Күзбәкова билдәләүенсә, Бүздәк районында башҡорт теле бөтөнләй дәрестән тыш сәғәттәргә күсерелгән.
Докладсы фекеренсә, туған башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле хәүефле хәл өсөн күп осраҡта «Аҡ тирмә» үҙәге ағзалары ла, шулай уҡ министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа яуаплы вазифаларҙа эшләгән башҡорт милләтле етәкселәр ҙә яуаплы. Шуға «Аҡ тирмә» үҙәге ултырышын ай һайын үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләй ойошманың етәксеһе.
Рәйсә Күзбәкова башҡорт халҡы исеменән Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышына дәүләт телдәре тураһында закон ҡабул итеү, шулай уҡ Башҡортостандың «Мәғариф тураһында» законына тейешле төҙәтмәләр индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итергә тигән тәҡдим индерҙе.
«Башҡортостанда, Татарстандағы кеүек үк, дәүләт телдәре тураһында закон булырға тейеш. Шул рәүешле беҙ башҡорт телен генә түгел, республикалағы башҡа халыҡтарҙың телдәренә лә ярҙам итербеҙ», — тип билдәләне докладсы.
Рәйсә Күзбәкова коллегаларына ата-әсәләр менән тығыҙыраҡ эшләргә саҡырҙы. «Үҙебеҙгә лә халыҡ менән бергә эшләргә кәрәк. Туған телдәрҙе, башҡорт телен уҡытыу яҡлы булған ата-әсәләрҙе берләштереп, республика ата-әсәләр комитетын төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Был комитет менән берлектә туған телдең роле, башҡорт телен белеүҙең мөһимлеге тураһында лекциялар, әңгәмәләр үткәреү, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр баҫтырыу зарур», — тип билдәләне «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, яҙыусы, педагогика ветераны Мәрйәм Бураҡаева, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан татарҙары конгресы рәйесе Римма Үтәшева һәм башҡалар үҙҙәренең сығышында докладсының төп фекерҙәрен яҡлап сыҡты.
Башҡорт теленең бөгөнгө хәле хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә йәмәғәт ойошмаларының, мәғариф, ғилми учреждениеларҙың етәкселәре һәм вәкилдәре, башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары, юристар ҡатнашты.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика