04:12 (UTC+5), 30 Август 2017

1 сентябрҙә Владимир Путин маҡсатлы фекер йөрөтөү дәресен уҙғара

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 сентябрҙә Ярославль мәктәптәренең береһендә асыҡ дәрес үткәрергә күҙаллай. Был турала «Ъ» хәбәр итә президент хакимиәтенә һылтанып. Дәүләт башлығы йыл һайын Белем көнөндә мәктәптәрҙә була. Владимир Путин мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес уҙғарасаҡ, ул башҡа субъекттарҙа ла эфирға сығасаҡ. Президентты Ярославлдә көтәләр, әммә дәүләт башлығының саралар графигы ғәҙәттәгесә иғлан ителмәй.
Владимир Путин йыл һайын Белем көнөндә мәктәптәрҙе ҡарап йөрөй. 2016 йылдың 1 сентябрендә ул Владивосток уҡыусылары менән аралашты, 2015 йылда уның башланғысы буйынса ойошторолған Сочиҙағы «Сириус» мәғариф үҙәгендә булды. Президент белем биреүҙең файҙаһы, ығы-зығының зыяны тураһында һөйләне, ни өсөн һумдың насарайыуын аңлатты. Быға тиклем бер йыл алдан дәүләт башлығы Якутскиҙа М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университетында булды. Владимир Путин республика халҡын минус иллелә бер костюмда ғына ҡаршы алғандары өсөн маҡтаны: «Бындай кешеләр күп нәмә эшләргә: тотош республиканы, мәғарифты үҫтерергә лә һәләтле».
2013 йылда Владимир Путиндың Ҡурған мәктәбенә сәфәре уның уҡыусыларға «яратҡан эш менән шөғөлләнергә» кәңәше менән иҫтә ҡалды. Беренсе кластарҙа асыҡ дәрестә уға интерактив таҡтаны күрһәткәндән һуң, һүрәт төшөрҙө. «Был бесәй, артҡы яҡтан»,— тип аңлатты Владимир Путин уҡыусыларға. 2012 йылда Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарынан һуң осрашыу баш ҡала гимназияһында булды, асыҡ дәресте спортсылар алып барҙы.
Быйылғы 1 сентябрь сараһында көн тәртибе икенсе.
Асыҡ дәрес берҙәм тауыш биреү көнө (16 төбәк башлығын, шул иҫәптән Ярославль өлкәһе губернаторын һайлайҙар) һәм президент кампанияһы алдынан үтә. Рәсми рәүештә ул ҡышҡыһын башлана. 1 сентябрҙәге дәрес ваҡытында Президенттың Рәсәйҙең киләсәге темаһын ҡуҙғатыуы көтөлә.
Уҙған аҙнала Дөйөм халыҡ фронты хәбәр итеүенсә, 1 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә «Киләсәккә ынтылған Рәсәй» темаһына дәрестәрҙе СССР һәм Рәсәй геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, летчик-космонавтар, спортсылар, фән, мәғәриф, мәҙәниәт вәкилдәре уҙғарасаҡ. Акцияла 85 субъекттан 1 меңдән ашыу мәктәп, 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, тип дәлилләйҙәр Дөйөм халыҡ фронтында. Ошо мәктәптәрҙең уңышлы сығарылыш уҡыусылары мәктәптә уҡыған саҡта нимә тураһында хыялланғандары, хәҙер кем булып киткәндәре һәм ошо киләсәккә ирешер өсөн нимә эшләгәндәре хаҡында һөйләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика