Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2017, 13:04
Өфөлә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса бушлай курстар асыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды менән берлектә «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре» тигән бушлай курстар ойоштора.
Ойоштороусылар теләге булғандарҙы, шулай уҡ хаҡлы ялдағыларҙы һәм дөйөм тәғәйенләнештәге белем биреү учреждениеларында уҡый алған сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе курстарға яҙылырға саҡыра.
Дәрестәр 11-22 сентябрҙә үткәрелә. Йәшәү өсөн урын бирелмәй. Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, 17-се бүлмәлә, шулай уҡ (347) 251-14-83 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.
Теги:
курстар
эшҡыуарлыҡ
Читайте нас: