14:10 (UTC+5), 29 Августа 2017

Башҡортостанда халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса интерактив консультант булдырылған

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтар тураһында граждандарға консультация биреү өсөн яңы интерактив сервис эшләй башланы.
Сервис булдырыусылар онлайн-консультант Башҡортостан халҡына үҙҙәренең дәүләт социаль ярҙамына хоҡуҡтары тураһында тулыраҡ белергә ярҙам итер тип ышана.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡулланыусы үҙенең йәше, социаль статусы, ғаилә хәле һәм йәшәү шарттары хаҡында анкета һорауҙарына яуап биреп, социаль түләүҙәр тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Алынған мәғлүмәттәр аноним шарттарҙа тикшерелә, был шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы гарантиялай. Онлайн-консультант анкета һорауҙарына яуап биргән кеше һәм уның ғаилә ағзалары льготалыларҙың ниндәй категорияһына ҡарауын билдәләй, адреслы социаль ярҙамға хоҡуҡты билдәләү өсөн ғаиләнең йәш составына бәйле йәшәү минимумын иҫәпләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика