Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2017, 07:00

Башҡортостанда Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар 1 сентябрҙә үтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы граждандарҙың байтаҡ мөрәжәғәттәренә яуап биреп, Белем көнөнә арналған тантаналы сараларҙы 1 сентябрҙә үткәрергә тәҡдим итә. Был көндө илебеҙҙең бөтә мәктәптәрендә лә «Киләсәккә ынтылған Рәсәй» темаһына беренсе дәрес үтәсәк. Шул уҡ көнгә республикала ял көнө тип иғлан ителгән мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы тура килә.
«Бөтә Рәсәй Федерацияһы буйынса берҙәм мәғариф киңлеген ойоштороу маҡсатында Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары тантаналы линейкаға 1 сентябрҙә бара, тип ҡарар ҡабул ителде, — тине республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. — Шул сәбәп буйынса ата-әсәләрҙән бик күп мөрәжәғәттәр булды, балаларҙың да, айырыуса беренсе кластарҙың линейкаға 1 сентябрҙә бараһы килә. Был мәсьәләне мосолман руханиҙары вәкилдәре менән тикшерҙек, улар был сәбәп буйынса ҡаршылыҡтар юҡ тине».
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: