10:39 (UTC+5), 28 Августа 2017

Туймазы районында 33 ғаиләгә торлаҡ сертифакаттары тапшырылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Әлим Фәйезов/. Туймазы районында йәнә 33 ғаилә торлаҡ сертификатына эйә булды, улар бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға дөйөм 9 миллион һумдан ашыу социаль түләү аласаҡ.
Тантаналы шарттарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Булат Хәлиуллин федераль һәм төбәк ярҙамы менән йәш ғаиләләр үҙ торлаҡ мәсьәләләрен уңышлы хәл итә алыуҙарын билдәләп, йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү сиктәрендә Туймазы районы биләмәһендә бына инде бер нисә йыл «Торлаҡ» йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү федераль программаһы»н тормошҡа ашырыу дауам итә. 2012-2017 йылдарҙа бөтәһе 267 йәш ғаилә районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алды, шул иҫәптән: федераль программа буйынса 123 йәш ғаилә – 100 миллион һумдан ашыу; бала тыуғанда 144 ғаилә 38 миллион һумға субсидия алды, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика