07:06 (UTC+5), 28 Августа 2017

Төбәктә балаларҙы мәктәпкә йыйыу буйынса хәйриә акцияһы тамамлана

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда был аҙнала балаларҙы мәктәпкә яңы уҡыу йылына йыйыу буйынса хәйриә акцияһы тамамлана. Акцияны республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға: аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған, инвалид, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең балалары өсөн кәрәкле мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу маҡсаты менән ойошторҙо.
Халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан һәм ойошмаларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтарын республика ҡала һәм райондарында урынлашҡан район-ара ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам итеү үҙәктәре (шулай уҡ уларҙың бүлексәләре) ҡабул итә.
Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм һүрәт төшөрөү өсөн йыйылмалар тик яңы көйөнсә ҡабул ителә. Портфелдәрҙе, мәктәп формаларын, дәреслектәрҙе, нәфис әҙәбиәтте яңы йәки яҡшы торошта килтереү һорала.
Былтыр акция сиктәрендә биш меңдән ашыу бала ярҙам алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика