02:27 (UTC+5), 28 Августа 2017

Башҡортостанда оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында илдә тәүге пансионат эшләй башланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ошо йылдың май айында Башҡортостанда Мишкә районының Ирсай ауылында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған стационар социаль хеҙмәтләндереү пансионатын ойоштороу тураһында илдә тәүге концессия килешеүе төҙөлдө. Эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль өлкәләге дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендәге һынау проекты менән танышты.
Файҙаланыуҙа булмаған бина 2012 йылда 25 койка-урынлыҡ пансионат ойоштороу маҡсатында дәүләткә тапшырылды. 2013 йылда дөйөм 15,4 миллион һумға бүлмәләрҙә капиталь ремонт эшләнде, ҡыйыҡ яңыртылды, тәҙрәләр һәм ишектәр, эске һәм тышҡы һыуыҡ һыу тәьминәте, йылытыу системалары, канализация, электр тәьминәте алмаштырылды. Әммә объектты эшләтеп ебәреү өсөн кер йыуыу, аш-һыу, медицина бүлмәләренә йорт йыһаздары һәм башҡа ҡормалдар һатып алыу, автоматик рәүештә янғын тураһында хәбәр итеү системаһын монтажлау өсөн өҫтәмә финанстар талап ителде.
25 йылға иҫәпләнгән килешеү шарттарына ярашлы, концессионер – «Ғаилә» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестициялар күләме 5 миллион һумдан күберәк тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда 15 эш урыны һәм социаль хеҙмәттәр алыусылар өсөн 25 уңайлыҡтары булған заманса койка-урын булдырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта пансионатта штат ойошторолған, Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының юлламаһы буйынса социаль хеҙмәттәр алыусыларҙы урынлаштырыу бара. Сентябрҙән коммерция нигеҙендә урынлаштырыу башлана.
Республика Башлығы ҡабул итеү, йәшәү, ял итеү бүлмәләрен, ашхананы, ҡунаҡ бүлмәһен, медицина кабинетын ҡараны. Медицина кабинеты пансионатта йәшәүселәргә генә түгел, урындағы халыҡҡа ла хеҙмәттәр күрһәтә.
- Афариндар! Һеҙ илдә беренселәрҙән булып концессия төҙөнөгөҙ. Ҡарарбыҙ, һеҙҙең эшегеҙ килеп сыҡһа, был тәжрибәне таратасаҡбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙе, тәүге үтеүселәр булараҡ, хупларға кәрәк. Барыһының да килеп сығыу мөһим.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика