06:09 (UTC+5), 28 Августа 2017

Башҡортостан уҡытыусылары яҡшы эш хаҡы өсөн Тажикстанға уҡытырға бара

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәйҙән 30-лаған уҡытыусы август аҙағында Тажикстанға эшләргә юллана. Улар иҫәбендә – Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Кемеров һәм Кострома өлкәләре уҡытыусылары. Был турала «Рәсәй гәзите» хәбәр итә. Ҡабул итеүсе яҡ уларҙы торлаҡ һәм Тажикстан буйынса уртаса 14 мең һум эш хаҡы менән тәьмин итәсәк. Тағы ла 60 мең һумды уларға Рәсәй Мәғариф министрлығы өҫтәп түләй, ул медицина страховкаһын да бирә. Һөҙөмтәлә эш хаҡы 74 мең һум тәшкил итәсәк.
Рәсәй уҡытыусылары уҡытыу рус телендә алып барыласаҡ мәктәптәрҙә белем бирәсәк. Шулай уҡ унда 70 мең самаһы дана дәреслек оҙатыласаҡ, ул 20 тонна ауырлыҡтағы йөк. Уҡыу әсбаптарын оҙатыу тураһындағы бойороҡҡа Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡул ҡуйҙы.
Февраль айында Рәсәй вице-премьеры Игорь Шувалов ике ил президенттарының һөйләшеүҙәренән һуң Рәсәйҙең Тажикстанда 20 дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөргә ниәтләнеүен хәбәр итте. Уларҙа дәрестәр рус телендә алып барыласаҡ, тип хәтергә төшөрә «Рәсәй гәзите».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика