10:28 (UTC+5), 28 Августа 2017

Башҡорт Википедияһының туғандаш проекты – башҡорт Викидәреслеге үҙ аллы эшләй башланы

Алик Шакиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре яңы уҡыу йылы башланыр алдынан йәмғиәткә үҙенсәлекле бүләк яһаны. Ошо көндәрҙә Викимедиа фондының тел комитеты Викидәреслектең башҡорт телендәге бүлеген раҫланы. Быға тиклем инкубаторҙа әҙерләнгән, өлгөргәнлеген иҫбатлаған проектҡа үҙаллылыҡ тапшырылды һәм ba.wikibooks.org тигән домен адресы бирелде. Башҡорт Викидәреслеге донъяла 80-се бүлек булып танылды.
Башҡорт Викидәреселегенең хакимы итеп һайланған Ләйсән Аралбаеваның әйтеүе буйынса, яңы проектта яҙышыуы ябайыраҡ. Википедия мәҡәләләрендәге кеүек ҡулланылған сығанаҡтарҙы, һылтанмаларҙы күрһәтеү мотлаҡ түгел. Бында теләге булған һәр кем үҙе белгәне тураһында яҙып, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала. Викидәреслек – ирекле мәғлүмәт таратыу нигеҙҙәре буйынса эшләй.
«Әлеге ваҡытта аш-һыу әҙерләү, баҡсасы белешмәһе, ҡош-ҡорт үрсетеү, умартасылыҡ серҙәре һәм башҡа йүнәлештәге башҡорт телендә яҙылған 900-гә яҡын мәҡәлә-белешмә бар. Киләсәктә шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә биреү алымдарын, балалар өсөн милли уйындар аңлатмаларын, хатта хәтирә-иҫтәлектәр ҙә яҙыу кеүек йүнәлештәрҙе үҫтерергә өмөтләнәбеҙ. Викидәреслекте ошо үргә еткереүсе Әлфиә Аҡбутина (Өфө ҡалаһы), Нәсимә Наурыҙбаева (Бөрйән районы), Зөфәр һәм Айҙар Сәлиховтар (Өфө ҡалаһы), Азат Хәлилов (Күмертау ҡалаһы) кеүек әүҙем ҡатнашыусылар менән бер рәттән беҙгә яңы кешеләр ҙә кәрәк. Илһөйәр, телһөйәр ирекмәндәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен үҫтереү, уны донъя кимәлендә киң танылған телдәр рәтенә индереү үҙебеҙҙең ҡулда. Башҡорт Викидәреслегенә рәхим итегеҙ, башҡорттар!» – тип саҡыра тәжрибәле википедист Ләйсән Аралбаева.
Ойоштороусылар иҫәпләүенсә, туған телдәрҙе өйрәнеү тураһындағы бәхәс менән бәйле был проект бик әһәмиәтле, ижтыяжлы буласаҡ һәм күп файҙа килтерәсәк тип күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика