04:33 (UTC+5), 24 Августа 2017

Төбәктә 41 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде

Гөлфиә Акулова
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республиканың 10 районында һоро айыуға һунарға рөхсәт алыу хоҡуғы өсөн йәрәбә үтте. Йәнлекте аулауға 41 квота бүленде. Рөхсәт алыу хоҡуғына ғаризаны 1,5 мең самаһы кеше бирҙе. 10 йәрәбә процедураһы барышында 41 һунарсы йәнлеккә һунар итеүгә рөхсәт отто. Республика Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыуҙы күҙәтеү бүлегендә билдәләүҙәренсә, ҡырағай хайуанға һунар итеүҙән баш тартҡан осраҡта был хоҡуҡ киләһе ғариза тапшырыусыға күсә.
28 августан тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы мышы һәм ҡоралай кеүек төрҙәргә һунар йәрәбәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. 19 августан республикала һыуҙа йөҙөүсе, ҡарағай урманы, һаҙлыҡ-туғай һәм ҡыр кейегенә һунар асыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика